1. Наша жизнь
  2. Полезные статьи
  3. Социаль тормошҡа яраҡлашыуҙа телмәр үҫешенең әһәмиәте

Социаль тормошҡа яраҡлашыуҙа телмәр үҫешенең әһәмиәте

Балалар баҡсаһында баланың киләсәк тормошона нигеҙ һалына. Бына ошо осорҙа бер нәмә лә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Балалар баҡсаһында эшләүсе һәр тәрбиәсенең педагогик маҡсаты – һәр яҡтан камил шәхес тәрбиәләү. Ә һәр яҡлап үҫешкән шәхес – физик яҡтан да,аҡыл ҡеүәһе яғынан да үҫкән, үҙ аллы фекерләй алған, телмәре бай кеше. Шуға күрә лә балалар баҡсаһында телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бүленергә тейеш.

    Телмәр бала үҫешенең мөһим факторҙарының береһе булып тора. Баланың телмәрен бәләкәй генә саҡтан уҡ дөрөҫ формалашыуының кәрәклеген бөтәбеҙ ҙә аңлай. Шул сәбәпле, баланың телмәрендәге яңылышлыҡтар уның аҡыл үҫешенә лә насар йоғонто яһауын иғтибарһыҙ ҡалдырмау, баланың телмәре йәш үҙенсәлектәренә тура киләме, юҡмы икәнен асыҡлап тороу беҙҙең бурыстарҙың береһе.  Телде өйрәнеүҙә, телмәр үҫешендә бөтә нәмә әһәмиәтле: өндәрҙе дөрөҫ әйтә, уларҙы ишетеп, бер – береһенән айыра алыу, баланың үҙ фекерен тулы, матур итеп әйтә алыуы. Быларҙың барыһына ла өйрәнгән осраҡта ғына, бала матур итеп һөйләй алыр, үҙ фекерен дөрөҫ итеп еткерә белер. Баланың телмәрен үҫтереүҙә төрлө ысулдар ҡулланырға мөмкин.

    Беҙҙең “Йондоҙло” балалар баҡсаһында тәрбиәселәр ошо маҡсатҡа ярашлы күберәк уйындар, күрһәтмә материалдар, әҙәбиәт әҫәрҙәрен ҡулланалар.

    Бигерәк тә сюжетлы-ролле уйындар телмәр үҫтереүҙә ҙур ярҙам итә. Башҡа төр уйындарға ҡарағанда сюжетлы-ролле уйындарҙың өҫтөнлөклө яҡтары күберәк. Беренсенән, уйын аша төрлө ситуацияларҙа бала үҙен нисек тотар, ҡайһы яҡтан күрһәтер икәнен асыҡ күреп була, икенсенән, балаларҙың үҙ – ара аралашыуы, һүҙ байлығы һәм диалогта бәйләнешле телмәре үҫә, үҙ-үҙен тотоу күнекмәләре формалаша.

    Телмәр үҫтереүгә төрлө типтағы уйындарҙы тәҡдим итергә мөмкин. Беҙҙең балалар хәрәкәтле, аҙ хәрәкәтле, йырлы - бейеүле, бармаҡ, дидактик, сюжетлы – ролле уйындарҙы яраталар. Шулар араһынан “Ҡояш менән ямғыр”, “Күрһәт әле үҫкәнем”, “ Буяу һатыш”, “Йөҙөк һалыш”, “Шифахана”, “Бөҙрәхана”, “Оҫтахана”, “Әсәйҙәр менән ҡыҙҙар” кеүек уйындарҙы йыш уйнайҙар. Һәр ваҡыт грамматик уйындар уйнатабыҙ, артикуляцион күнегеүҙәр үткәрәбеҙ.

   Шулай итеп, уйындар һүҙ байлығын арттырыу сараһы булараҡ, баланың тормошонда мөһим урын алып торғанын иҫтә тотоп, эшебеҙҙе шул рәүештә ойошторабыҙ.

   Балаларҙың телмәрен үҫтереүгә ярҙам иткән ысул ул – күрһәтмә материалдар ҡулланыу. Күрһәтмә материалдар һәр саҡ киң ҡулланыла.Ул телгә ҡыҙыҡһыныу уята, һүҙлек запасын байыта, телмәр үҫтерә. Тик күрһәтмә материалды дөрөҫ файҙалана белеү ҙә кәрәк. Ул ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле, өйрәнә торған темаға тура килеп, эстетик яҡтан тап килеп, төрлө яҡтан тәрбиә бирерлек булырға тейеш. Күрһәтмә материалдарын төрлөләрен ҡулланырға мөмкин: рәсемдәр, тематик альбомдар, картиналар, муляждар.

Телмәр үҫтереү бурысын тормошҡа ашырыуҙа әҙәбиәт әҫәрҙәре лә мөһим урын алып тора. Балалар өсөн яҙылған хикәйәләр, халыҡ ижады өлгөләре өндәрҙе дөрөҫ әйтеп, үҙҙәренең уй – фекерҙәрен бәйләнешле итеп һөйләргә өйрәтә. Әҙәбиәтте юҡҡа ғына «тормош дәреслеге” тип әйтмәйҙәр. Балалар өсөн яҙылған тормошсан хикәйәләр менән танышыу аша балалар геройҙарҙы аңларға өйрәнә, тормош тәжрибәһен үҙләштерә. Беҙҙең балалар әкиәттәр тыңларға, геройҙарға характеристика бирергә, ыңғай һәм кире сифаттарҙы айырырға, ролдәргә бүлеп һөйләргә яраталар.

  Шулай итеп, һанап үткән ысулдар һәр береһе ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙы даими рәүештә ҡулланғанда ғына тейешле һөҙөмтәгә ирешергә була.

    Телмәре дөрөҫ үҫешкән, үҙ фекерен, уй – хыялдарын теүәл, дөрөҫ итеп асып һала алған бала үҙ – үҙенә нығыраҡ ышанасаҡ, был тормошта үҙ урынын еңелерәк табасаҡ. Шуға күрә лә балалар баҡсаһында баланың телмәрен үҫтереүгә айырым иғтибар бүленергә тейеш.

 

 

                                                           Гөлфиә Хәлфитдин ҡыҙы Фәйезова

                                                 “Йондоҙло” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе

                                                 Баймаҡ ҡалаһы