Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тыуған телгә өйрәтеүҙең үҙенсәлектәре
Март 30, 2022
Просмотров: 242
Телсәр: Был шиғыр минеке, Телсән уға талаша...Телсән: Ә нишләп һинеке булһын ти, минеке ул! Минең иң беренсе уҡығым килә!Телсәр: (хатты тартып ала) Бир мин уҡып күрһәтәм! (Хатты уҡый, ләкин бер нәмә лә аңлашылмай.)Музыка етәксеһе: Ысынлап та, бер нәмә лә аңлашылмай түгелме, мин уҡып ҡарайым әле (Уҡый. Уҡығанда Ҡ өнө әйтелмәй. Шул ваҡытта телефон тауышы ишетелә.) Ҡышбикә (аудиояҙма): - Алло, һаумыһығыҙ! Был Йондоҙло балалар баҡсаһымы? Мин – Ҡышбикә! Үҙемдең урман-яландарыма ҡар юрғаны ябырға сыҡҡайным, ҡар өҫтөндә ниндәйҙер хәрефтәрҙе күреп ҡалдым да һеҙгә шылтыратырға булдым. Һеҙ хәрефтәр юғалтманығыҙмы? Балалар: Юғалттыҡ! Ҡышбикә: Улай булһа, һеҙҙе мин урманымда көтәм! Балалар: Хәҙер килеп етербеҙ!
Баймаҡ ҡалаһының муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһы баланы үҫтереү үҙәге – «Йондоҙло» балалар баҡсаһын Рәхимғолова Роза Әҙәһәм ҡыҙы етәкләй. Балалар баҡсаһы үҙенең эшмәкәрлеген 1984 йылдың 12 апреленән башлай. Ул 280 балаға тәғәйенләнгән һәм заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Балалар баҡсаһында 13 төркөм эшләй, шулай уҡ коррекцион һәм логопедия төркөмдәре лә булдырылған, гувернер хеҙмәте күрһәтелә.
Баймаҡ ҡалаһының муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһы баланы үҫтереү үҙәге – «Йондоҙло» балалар баҡсаһын Рәхимғолова Роза Әҙәһәм ҡыҙы етәкләй. Балалар баҡсаһы үҙенең эшмәкәрлеген 1984 йылдың 12 апреленән башлай. Ул 280 балаға тәғәйенләнгән һәм заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Балалар баҡсаһында 13 төркөм эшләй, шулай уҡ коррекцион һәм логопедия төркөмдәре лә булдырылған, гувернер хеҙмәте күрһәтелә.
Үҙенең эшләү осоронда «Йондоҙло» балалар баҡсаһы мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениялары араһында алдынғылыҡты бирмәй. Ҡыҙғанысҡа күрә, һуңғы йылдарҙа, балаларҙың телмәр үҫешенең һәм туған телдә (башҡорт) аралашыуының кимәле түбәнәйеүе күҙәтелә. Тикшеренеүселәр балаларҙың һүҙ байлығы ярлыланыуын, өндәр әйтелешенең дөрөҫ булмауын, бәйләнешле һөйләү телмәренең үҫешмәүен билдәләй.
Балалар телмәрендә йыш осраусы етешһеҙлектәр:
– телмәрҙә ябай,башлыса бер составлы һөйләмдәр ҡулланыу;
– монолог төҙөй белмәү: мәҫәлән, бирелгән темаға сюжетлы йәки һүрәтләү хикәйәһе төҙөй алмау, текстың йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәре менән һөйләмәү;
– телмәр мәҙәниәтенең түбән булыуы: телмәр тембрының, интонацианың дөрөҫ ҡулланылмауы;
– телмәрҙең һәм һүҙ байлығының ярлы булыуы;
– диалогтарҙа һорауҙың дөрөҫ ҡоролмауы, һорауға тулы яуап бирелмәүе;
– логик фекерләү ҡеүәһенең түбән булыуы.
Ошо проблемаларҙы өйрәнгәндән һуң, Баймаҡ ҡалаһының муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһы баланы үҫтереү үҙәге – «Йондоҙло» балалар баҡсаһы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә 2017 йылда «Туған телдә һөйләшкән телмәрендә етешһеҙлектәре булған балаларҙы грамотаға һәм уҡырға өйрәтеү» темаһы буйынса инновацион майҙансыҡ булдырҙы.
Инновацион эшмәкәрлектең ғилми етәксеһе – педагогия фәндәре кандидаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогия һәм психология кафедра доценты Ҡасимова Эльза Ғүмәр ҡыҙы. Тикшеренеүҙең төп маҡсаты булып башҡорт телендә һөйләшкән телмәрендә етешһеҙлектәре булған мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың грамотаға һәм уҡырға өйрәнеү үҙенсәлектәрен, мөмкинлектәрен төптән өйрәнеү һәм коррекцион үҫтереүҙең һөҙөмтәле ысулдарын билдәләү тора.
Ғилми-тикшеренеү осоронда башҡорт телендә һөйләшкән балаларҙы грамотаға һәм уҡырға өйрәтеүҙең үҙенсәлектәре асыҡланды һәм системаға һалынды. Уларҙы грамотаға һәм уҡырға өйрәтеүҙең методикаһы эшләнде, коррекцион-үҫтереү программаһы төҙөлдө, дидактик материалдар тупланды. Шулай уҡ «Инклюзив белем биреү шарттарында белем алыусы мәктәпкәсә йәштәге мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн уйын күнекмәләре: 4 – 5, 5 – 6, 6 – 7 йәшлек балаларға тәғәйенләнгән уҡыу-методик ҡулланма» исеме аҫтында йыйынтыҡ баҫмаға тапшырылды.
Әлеге ваҡытта инновацион майҙансыҡтың ижади төркөмө тарафынан 4 – 5, 5 – 6, 6 – 7 йәшлек балаларҙы грамотаға өйрәтеү буйынса дәрес конспекттары яҙыла һәм түбәндәге материал шуларҙың бер өлгөһө.
Телсәр һәм Телсәндең ҡыҙыҡлы мажаралары
(мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә ойошторолган ҡатнаш
белем биреү эшмәкәрлеге)
Маҡсат. Балаларҙың телмәр, хәрәкәт һәм ритмик һәләттәрен үҫтереү.
Телмәр һәм коррекцион эшенең бурыстары:
1. Белем биреү бурысы: «ҡ» өнө, хәрефе менән таныштырыуҙы; уны һүҙҙәрҙә дөрөҫ итеп әйтеүҙе; бирелгән хәрефтәрҙән һүҙҙәр төҙөүҙе һәм һүҙҙәрҙең беренсе өндәрен табырға өйрәтеүҙе дауам итеү;
2. Үҫтереү бурысы: ҡыш миҙгеле күренештәрен тасуирлау; һөйләм төҙөү, һорауға тулы итеп яуап биреү күнекмәләрен; бәйләнешле телмәрҙәрен үҫтереү; балаларҙың һүҙлек запасын байытыу;
3. Тәрбиәләү бурысы: балаларҙа иғтибарлылыҡ, тырышлыҡ, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, ярҙамсылыҡ сифаттарын; тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
4. Коррекцион үҫтереү бурысы: логик фекерләү, фонематик ишетеү һәләтен үҫтереү.
Музыкаль эшмәкәрлек бурыстары:
1. Нәфис-ижади һәләттәрҙе үҫтереү;
2. Балаларҙы музыка тыңлау мәҙәниәтенә, уға ҡарата булған уй-хистәрен, тәьҫораттарын, кәйефтәрен һөйләргә өйрәтеүҙе дауам итеү;
3. Йырлау, ритмды тойоу һәләтен, дикция һәм артикуляцияны үҫтереүҙе нығытыу;
4. Музыка аша балаларҙа матурлыҡ тойғоһон үҫтереү, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү һәм уны һаҡларға өйрәтеүҙе нығытыу.
Йыһазландырыу: тоҡ, уйынсыҡтар, «ҡ», «а», «р», «а» хәрефтәре, ҡағыҙҙан ҡар бөртөктәре, проектор, ноутбук, музыкаль үҙәк, фортепиано, биҙәлгән конверт менән хат, музыка ҡоралдары, тылсымлы һауыттар.
Дәрестең ҡыҫҡаса планы:
1. Һаулыҡ һорашыу “Хәйерле иртә” (“Был мин”А. Зиннурова көйөнә).
2. Музыкаль-ритмик хәрәкәттәр “Көйлө һуҡмаҡ”(попурри башҡорт халыҡ бейеүҙәре).
3. “Тылсымлы тоҡ” уйыны .
4. Буран тауышы.
5. «Тылсымлы буран» уйыны.
6. “Ап – аҡ ҡына ҡар яуа” музыкаль уйыны.
7. Күнегеү “Аҙашҡан хәрефтәр”.
8. Көй тыңлау (“Декабрь” П.И. Чайковский).
9. Көй өҫтөндә эш.
10. Маҡсатҡа ирешеү: “Ҡ” хәрефен табыу.
Дәрес барышы
(Музыка залы ҡыш темаһына биҙәлгән.“Дүрт миҙгел” тигән йырға балалар залға инәләр һәм түңәрәк яһап торалар.)
Музыка етәксеһе: Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар- малайҙар!
Балалар: Һаумыһығыҙ!
Музыка етәксеһе: Әйҙәгеҙ, яҡшы кәйефебеҙҙе бер-беребеҙгә бүләк итәйек, йылмаяйыҡ һәм һаулыҡ һорашайыҡ.
Музыкаль һаулыҡ һорашыу.
Һаумы, ҡояшҡай!
Хәйерле иртә!
Рәхәт күңелгә
Булғас беҙ бергә.
Бөтә донъяға
Сәләм еткерәм.
Матур көн теләп,
Йылмайып көләм.
Музыка етәксеһе: Балалар, тәҙрәнән тышҡа ҡарағыҙ әле, йылдың ниндәй миҙгелен күрәбеҙ?(ҡыш миҙгелен күрәбеҙ.) Ә ҡыш миҙгеле икәнен ҡайҙан белдегеҙ? (Бөтә тирә-яҡ ҡар менән ҡапланған, ағастар, ҡыуаҡтар ҡышҡы йоҡоға талғандар, кешеләр йылы кейем кейәләр.) Эйе, дөрөҫ, афарин!
(Хат өсөн талашып Телсән менән Телсәр килеп инә, хат эсендә “Ҡ” хәрефе төшөрөп ҡалдырылған телтөҙәткес яҙылған.)
Төндә яуған а(ҡ) (ҡ)арға
Төштө (ҡ)ап- (ҡ)ара (ҡ)арға,
(Ҡ)ара (ҡ)арға, а(ҡ) (ҡ)арға
Хәрефтәр яҙып бара.
Музыка етәксеһе: Тынысланығыҙ, Телсән, Телсәр! Нимә булып китте?
Телсәр: Был шиғыр минеке, Телсән уға талаша...
Телсән: Ә нишләп һинеке булһын ти, минеке ул! Минең иң беренсе уҡығым килә!
Телсән: Ә нишләп һинеке булһын ти, минеке ул! Минең иң беренсе уҡығым килә!
Телсәр: (хатты тартып ала) Бир мин уҡып күрһәтәм! (Хатты уҡый, ләкин бер нәмә лә аңлашылмай.)
Музыка етәксеһе: Ысынлап та, бер нәмә лә аңлашылмай түгелме, мин уҡып ҡарайым әле (Уҡый. Уҡығанда Ҡ өнө әйтелмәй. Шул ваҡытта телефон шылтырай (аудиояҙма), Ҡышбикә шылтырата.)
(Алло, һаумыһығыҙ! Был Йондоҙло балалар баҡсаһымы? Мин – Ҡышбикә! Үҙемдең урман-яландарыма ҡар юрғаны ябырға сыҡҡайным, ҡар өҫтөндә ниндәйҙер хәрефтәрҙе күреп ҡалдым да һеҙгә шылтыратырға булдым. Һеҙ хәрефтәр юғалтманығыҙмы? (Балалар: Юғалттыҡ!) Улай булһа, һеҙҙе мин урманымда көтәм! (Балалар: Хәҙер килеп етербеҙ!))
Музыка етәксеһе: Ә-ә-ә-ә-ә, Телсән, Телсәр, балалар, бына ни өсөн беҙҙең шиғырыбыҙ аңлашылмаған икән! Унда ниндәйҙер хәреф төшөп ҡалған бит. Әйҙәгеҙ, шул хәреф артынан урманға юл тотайыҡ! Әҙерһегеҙме? Улайһа юлға сығайыҡ!
(Музыкаль-ритмик хәрәкәттәр эшләнә.)
Беҙ урманға сығабыҙ (һәлмәк аҙымдар менән атлау),
Тауҙан саңғы шыуабыҙ.
Выж-выж, выж-выж... (саңғы шыуыу хәрәкәтен күрһәтеү)
Алға табан барабыҙ (аяҡты күтәреп атлау),
Көрттәрҙе беҙ ярабыҙ (ҡулдар менән көрт ярыу),
Тағын ашыҡмай барабыҙ (ябай аҙымдар менән атлау),
Аяҡ осонда атлайбыҙ, тек-тек-тек (аяҡ осонда атлау),
Инде мөмкин туҡтарға,
Килеп еттек урманға, туҡ-туҡ-туҡ (туҡылдау).
Музыка етәксеһе: Ҡыҙҙар-малайҙар, юлда килеп арып киткәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ, күҙҙәрҙе йомоп, бер аҙ ял итеп алайыҡ. (Серле көй яңғырай. Шаршау асыла, балаларҙы Ҡышбикә ҡаршы ала.)
Ҡышбикә (логопед): Һаумыһығыҙ, балалар, нисек килеп еттегеҙ? (Балалар яуаплай.) Эйе, минең урманымда шундай матур, тирә-яҡ ап-аҡ ҡарға күмелгән, ә һауаһы ниндәй саф! Әйҙәгеҙ, тәрән итеп һулыш алайыҡ, тын алайыҡ! (Тын юлына күнегеү эшләйҙәр.)
Музыка етәксеһе: Ҡышбикә, беҙ юғалған хәрефтәр артынан килгәйнек.
Ҡышбикә: Эйе ҡыҙҙар-малайҙар, мин һеҙҙең хәрефтәрегеҙҙе күрҙем, ләкин уларға барып етер өсөн һынауҙар үтергә кәрәк буласаҡ. Һеҙ әҙерһегеҙме? (Эйе.)
Ҡышбикә: Минең һеҙгә беренсе һынауым “Тылсымлы тоҡ” тип атала. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, был тоҡтоң эсендә нимә ята? (Яуаптар.)
Ҡышбикә: Дөрөҫ, уйынсыҡтар бар. Хәҙер ошо тоҡтан бер уйынсыҡ алып уның беренсе өнөн әйтергә кәрәк. (Балалар бер-бер артлы уйынсыҡ алып, уның ниндәй өнгә башланыуын әйтәләр.)
Был һынауҙы үттегеҙ, афарин!
Музыка етәксеһе: Ҡыҙҙар-малайҙар, ә хәҙер күңелле итеп ял итәйек!
(Ял минуты үткәрелеә. Музыкаль уйын «Ап – аҡ ҡына ҡар яуа».)
Ҡышбикә (буран тауышын тыңлап): Балалар, буран тауышын ишетәһегеҙме? (Ишетәбеҙ.)
– Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ошо буранды ҡабатлап ҡарайыҡ, һәм тылсымлы һауыттарҙа ҡар бураны уйнатайыҡ. Һәр беребеҙ ошо тылсымлы һауыттарҙы алып, эсенә һауа өрәйек. (“Тылсымлы буран” уйыны уйнала. Балалар урындарына ултыра.)
Ҡышбикә: Бына буран да уйнатып алдыҡ, афарин! Буран уйнаған ваҡытта беҙҙең хәрефтәребеҙ аҙашҡан. Әйҙәгеҙ, беҙ бергәләп хәрефтәрҙең урындарын табайыҡ.
(“Аҙашҡан хәрефтәр” күнегеүе. Өс балаға “ҡ – а – р” хәрефтәре бирелә. Балалар ошо хәрефтәрҙән дөрөҫ тәртиптә һүҙ яһарға тейеш. Артабан күмәкләп һүҙҙе уҡыйҙар, өндәрҙең урындарын билдәләйҙәр.)
Балалар, ҡар һүҙе нисә ижектән тора? (Бер.)
Ҡар һүҙенә фонетик анализ эшләү.
Ҡ – һаңғырау, тартынҡы
А – ҡалын, һуҙынҡы
Р – яңғырау, тартынҡы
- Һүҙҙең ҡайһы өнөнә баҫым төшә? ( «а» өнөнә). Эйе, дөрөҫ эшләнегеҙ.
Телсәр ( “а”хәрефен табып ала): Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ, бында бит тағы ла бер хәреф ҡалған. Әйҙәгеҙ, «а» хәрефен дә ҡушып яңы һүҙҙәр төҙөп ҡарайыҡ. (Телсән һәм Телсәр ярҙамында балалар яңы һүҙҙәр төҙөйҙәр.)
– Ҡара, арҡа.
– Бына беҙ ҡар һүҙенә бер генә өн өҫтәгәйнек, бөтөнләй икенсе һүҙ килеп сыҡты.
Әйтегеҙ әле, балалар, ҡара һүҙендә баҫым ниндәй өнгә төшә? (икенсе «а» өнөнә.)
– Бергәләп әйтәйек әле. (Ҡарааа.) Ҡара һүҙе ике мәғәнәне белдерә, мәҫәлән, тышҡа ҡара – хәрәкәтте белдерә, ҡара бесәй – предметтың билдәһен белдерә һ.б.
Тағы ла беҙ күмәкләп шул уҡ өндәрҙән арҡа һүҙен төҙөнөк, тимәк, бер үк өндәрҙең урындарын алмаштырһаң, икенсе яңы һүҙ килеп сыға. Аңланығыҙмы?
Ҡышбикә: Афариндар! Был һынауҙы ла уңышлы үттегеҙ!
Музыка етәксеһе: Ҡыҙҙар-малайҙар, әйҙәгеҙ ошо түңгәктәргә ултырып ял итеп алайыҡ! (Ултыралар.) Балалар, ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән бер көй тыңлайбыҙ. Исемен әйтмәй торам! Һеҙ уға үҙегеҙ исем ҡушып ҡарарһығыҙ. Күҙ алдығыҙға ниндәй һүрәт килер. Иғтибар менән генә тыңлағыҙ! (П.И. Чайковскийҙың “Декабрь” әҫәрен тыңлау.)
Музыка етәксеһе: Был көй һеҙгә оҡшанымы? Ул күңеллеме әллә күңелһеҙме? Ниндәй һүрәт күҙ алдығыҙға килде? Был көйгә ниндәй исем ҡушыр инегеҙ? (Балаларҙың тулы яуаптары тыңлана, 1 – 2 бала бәләкәй генә хикәйә төҙөп һөйләй.)
Ҡышбикә: Ҡыҙҙар-малайҙар, һеҙ бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үттегеҙ, әйтегеҙ әле, ошо һынауҙарҙы үтәгән ваҡытта һеҙгә ниндәй өн йышыраҡ осраны һәм ишетелде? (Яуаптар.) Эйе , дөрөҫ, «ҡ» өнө. (Логопед күрһәтә.)
Телсәр: Белдем, белдем, Телсән! Был бит беҙҙең шиғырҙың төшөп ҡалған хәрефе!
Телсән (ҡыуанып): Эйе шул! Әйҙә, балалар менән бергә уҡып ҡарайыҡ. (Шиғырҙы күмәкләп уҡыйҙар, ятлап алалар.)
Музыка етәксеһе: Бына бит, шиғырыбыҙ ҙа аңлашылды! Рәхмәт һиңә, Ҡышбикә!
Ҡышбикә: Эйе, балалар! Һәр өндөң һүҙҙә үҙ урыны бар! Әгәр уларҙа бер өн генә төшөп ҡалһа ла, һүҙҙең мәғәнәһе юғала. Шуға күрә лә һәр бер өндө дөрөҫ әйтеп, матур һөйләшергә тырышығыҙ! Мин һеҙгә өйгә эш итеп ошо ҡар бөртөктәрен бирәм. Ҡар бөртөктәре артында һүрәттәр ҡуйылған, уларҙың атамаһында «ҡ» өнө ҡайһы урында килеүен билдәләрһегеҙ: һүҙ башындамы, уртаһындамы йәки аҙағындамы? Тағы ла минән һеҙгә күстәнәстәр ҙә бар. Һау булып тороғоҙ!
Музыка етәксеһе: Рәхмәт, Ҡышбикә, матур теләктәреңә, күстәнәсеңә! Ә беҙгә, балалар, ҡайтырға ваҡыт етте! Бына ошо тылсымлы ҡар бөртөктәре беҙҙе тиҙ генә баҡсабыҙға илтеп ҡуясаҡ. Бының өсөн беҙгә уларҙы ҡулдарға алыу ҙа етә. (Балалар ҡар бөртөктәрен тотоп, өрөләләр һәм балалар баҡсаһына ҡайталар, ултырғыстарға ултыралар.)
Музыка етәксеһе: Балалар, беҙҙең сәйәхәтебеҙ тамам. Оҡшанымы сәйәхәт? (Яуаптар.) Беҙ ни өсөн урманға барҙыҡ? Унда нимәләр эшләнек? Телсән менән Телсәргә лә, моғайын, сәйәхәтебеҙ оҡшағандыр?
Телсән менән Телсәр. Бик оҡшаны. Һеҙгә ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, күмәкләп маҡсатыбыҙға ирештек, эҙләгән хәрефте таптыҡ, шиғырыбыҙҙың мәғәнәһен аңланыҡ.
Музыка етәксеһе: Һау булығыҙ, балалар.
Балалар: Һау булығыҙ.
З.С. Ишдәүләтова, А.З. Шәйхисламова, Ә.Ю. Тойғонова, Р.Р. Мәүлитова, Баймаҡ ҡалаһының баланы үҫтереү үҙәге – «Йондоҙло» балалар баҡсаһы хе7мёткёр7ёре.