1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Милли кейемдәрҙә халҡым тарихы

Милли кейемдәрҙә халҡым тарихы

Апрель 15, 2022 Просмотров: 92
15 апрель - Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейем көнө! 
Ошо уңайҙан Баймаҡ ҡалаһы ағинәйҙәре «Йондоҙло» балалар баҡсаһында “Милли кейемдәрҙә халҡым тарихы” исеме аҫтында бик йылы осрашыу ойошторҙо. 
Сара башында Ғәйниямал Ишалина мандолинала уйнап, башҡорт халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Уйҙарым” ҡобайырын башҡарҙы. Ағинәйҙәр өс төркөм кескәйҙәргә башкорт милли кейемдәре, затлы биҙәүестәре, уларҙың һәр береһенең тарихы, әһәмиәте тураһында ҡыҙыҡлы итеп таныштырҙы. Шулай уҡ балалар өсөн төрлө башкорт халыҡ уйындары ойошторолдо. Кескәйҙәрҙең милли кейемдәрҙе һәм аш-һыуҙарҙы яҡшы белеүе һоҡландырҙы. Бындай тәрбиәүи сараларҙың балалар баксаһында үтеүе ҡыуаныслы, балалар бәләкәйҙән үҙ халҡының мәҙәниәтенә, милли кейемдәренә һөйөү менән үҫә.