Аҡ юл һеҙгә!!!
Июнь 2, 2022
Просмотров: 71
Аяҙ беҙҙең күгебеҙ,
Тормош яҡты,
Байрам хисе беҙҙең күңелдә!
Ҡарлуғастар осорабыҙ,
Ҙур тормошҡа әйҙәп был көндә!
30 май көнө “Йондоҙло” балалар баҡсаһында тулҡынландырғыс та, шатлыҡлы ла һәм бер аҙ моңһоу ҙа ваҡиға - сығарылыш иртәлеге булып үтте. "Бал ҡорттары" төркөмө тәрбиәләнеүселәре балалар баҡсаһы менән хушлашты. Иртәлек барышында балалар үҙҙәренең балалар баҡсаһында алған белемдәрен күрһәтеп, ата – әсәләрҙе ҡыуандырҙылар, дәртле бейеүҙәре һәм моңһоу йырҙары менән һәр кемдең күңелен арбанылар.
Традиция буйынса сығарылыш балаларын кескәйҙәр ҡотларға килде. Уларҙың матур теләктәре, эскерһеҙ бейеүҙәре байрамға йәм өҫтәне. Балалар баҡсаһы мөдире Роза Әҙеһәм ҡыҙы ла балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен ҡотлап иң изге теләктәрен еткерҙе. Ата-әсәләр ҙә яуапһыҙ ҡалманы: үҙенсәлекле ҡотлау сығыштары аша балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте, балаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Һеҙҙең бәхет өсөн төҙөгәндәр
Бүләк итеп гүзәл баҡсаны.
Иҫегеҙҙә ҡалһын, онотмағыҙ
"Йондоҙло"ла булған саҡтарҙы.
Аҡ юл һеҙгә!!!