1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. “Инклюзив белем биреү шарттарында белем алыусы мәктәпкәсә йәштәге мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн уйын күнекмәләре” методик ҡулланма

“Инклюзив белем биреү шарттарында белем алыусы мәктәпкәсә йәштәге мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн уйын күнекмәләре” методик ҡулланма

Август 8, 2022 Просмотров: 159
Балаларҙың телмәрен үҫтереү – балалар баҡсаһында дөйөм уҡытыу - тәрбиәләү эшенең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Шуның өсөн дөрөҫ телмәр үҫтереү, баланың туған теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ата-әсәләрҙең һәм педагогтарҙың төп бурысы булып иҫәпләнә. Әммә ләкин телмәр кәмселектәре булған балалар өсөн тап башҡорт телендә уҡыу – методик ҡулланмаларҙың етерлек кимәлдә булмауы ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Ошоно иҫәпкә алып “Йондозло” балалар баҡсаһының ижади төркөмө, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, педагогия фәндәр кандидаты Эльза Ғүмәр ҡыҙы Ҡасимова етәкселеге аҫтында “Инклюзив белем биреү шарттарында белем алыусы мәктәпкәсә йәштәге мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн уйын күнекмәләре” методик ҡулланмаһы донъя күрҙе.
Ҡулланмала бирелгән һәр уйын, һынамыштар, йомаҡтар, бармаҡ уйындары, ял минуттары, мәҡәлдәр, әйтемдәр, телтөҙәйткестәр, артикуляция күнекмәләре, шиғырҙар педагогтарға һәм ата-әсәләргә, тәрбиәселәргә ҙур ярҙам булыр тип ышанабыҙ.