1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Республикабыҙҙа Милли кейем көнө!

Республикабыҙҙа Милли кейем көнө!

Сентябрь 9, 2022 Просмотров: 17
Башҡорт милли кейеме

Һәр халыҡтың милли йөҙөн
Билдәләүсе кейем бар.
Күп быуаттар һаҡлай халыҡ
Теләп, биреп иғтибар.

Милли кейемдәрҙә сикһеҙ
Мәғлүмәттәр тупланған.
Айырым бер мираҫ булып
Бөгөнгәсә һаҡланған.

Өләсәйҙәр һандығында
Һаҡлана ул кейемдәр.
Ә элек ата-бабайҙар
Көн дә уны кейгәндәр....

Милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә. Эске булмышыбыҙҙың сағылышы булған оло хазинаны юғалтмайыҡ, ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, киләһе быуындарға түкмәй-сәсмәй тапшырайыҡ!