1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Программа, авторҙары Касимова Э.Г. һәм Баклеева Д.Р. - логопед

Программа, авторҙары Касимова Э.Г. һәм Баклеева Д.Р. - логопед

Сентябрь 16, 2022 Просмотров: 44

тиклем) тик ритмик көйлө өндө генә ишетә, ә һүҙҙең фонема составын ҡабул итмәй. Ә икенсе йәш менән барғанда өндәрҙе айыра башлай. Артабан телдең аныҡ артикуляцияһына ҡарамайынса, өндөң фонетик системаһын үҙләштерә башлай.

Һуҙынҡылар – тартынҡылар (тартынҡыларҙан тәүҙә сонор өндәрҙе л - р)

Һаңғырау – яңғырау

Ҡалын – нәҙек

Өндәрҙең әйтелешен дөрөҫ үҙләштереү телмәр аппараты анализаторының сәләмәт булыуынан да тора. Улай ғына ла түгел, башланғыс этапта балалар өндәрҙе әйткән саҡта тотороҡһоҙ өн артикуляцияһы күҙәтелә. Уларға бер өндө икенсе өн (субститут) менән алмаштырыу хас. Даими телмәр күнекмәләре үткәргәндә генә күп өндәрҙе дөрөҫ әйтеүгә өлгәшергә була. Билдәле булыуынса, дүртенсе йәштә ҡәҙимге шарттарҙа тәрбиәләнгән бала телдең өндәр системаһын тулыһынса үҙләштерә. Тик [ж]-[ш], [л]-[р], [с]-[з],[ҙ], [һ],[ң],[ҫ] өндәрен генә дөрөҫ әйтә алмауҙары ихтимал.

Н.Х.Швачкина фекеренсә, бала ике йәше тулыуға бар өндәрҙе лә фонематик ҡабул итә. Уларҙы тулыһынса үҙләштереүҙең уңышы ишетеү һәм телмәр аппараты анализаторының сәләмәт булыуына, баланың һәләтенә, тәрбиәләнгән мөхитенә лә бәйле.

Ҡайһы бер балаларҙа дүрт йәштә лә телмәрендә тотороҡһоҙлоҡ күҙәтелә. Улар һүҙҙе өн һәм ижек рәтендә урындарын алмаштырып, йәки өндө боҙоп әйтә. Был күренеш ҡәҙимге үҫешкән фонематик ишетеү һәләте менән камиллашмаған телмәр ҡеүәһе араһындағы диссоциацияны сағылдыра. Биш йәштә бала телмәрҙәге бар өндәрҙе лә дөрөҫ әйтә белергә тейеш. Ул ҡайһыбер һуңғы онтогенездағы ауыр артикуляциялы өндәрҙе генә әйтә алмауы мөмкин. Биш йәшлек балалаүҙенең телмәр етешһеҙлегенә тәнҡит күҙлегенән ҡарау, хатта уның өсөн борсолоу һәләте лә үҫешә.