1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Резеда Мөхәмәтшина «Йәшлек» гәзитенең «Йыл тәрбиәсеһе» конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булды!!!

Резеда Мөхәмәтшина «Йәшлек» гәзитенең «Йыл тәрбиәсеһе» конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булды!!!

Ноябрь 29, 2022 Просмотров: 55

«Йәшлек» гәзитенең «Йыл тәрбиәсеһе» кем булды?

Шулай итеп, Өфө ҡалаһының 308-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәшиҙә Ғибәҙуллина еңеүсе тип табылды. Уға 1076 кеше тауыш бирҙе. Еңеүсенең Яңы йыл  байрамы менән ҡотлауы гәзиттең һуңғы һанында баҫылып сығасаҡ. Икенсе урында – Ейәнсура районының Иҫәнғолдағы «Ләйсән» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлназ Назарова. Ул 956 тауыш йыйҙы. Баймаҡ ҡалаһының «Йондоҙло» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Резеда Мөхәмәтшина 808 тауыш йыйып, өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла гәзиттең Шөһрәтнамәһе тапшырыласаҡ. Барығыҙҙы ла ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!