12 апрель - Космонавтика көнө
Апрель 12, 2023
Просмотров: 41
12 апрель - Космонавтика көнө. 1961 йылдың апрель айының йәмле иртәһен кешелек донъяһы бер ҡасан да онотмаҫ. Сөнки ошо көндө рус егете Юрий Гагарин космосҡа юл аса. Йәғни ошо көндө кеше беренсе тапҡыр космоста була. Космосҡа осҡан кеше Юрий Гагарин беҙҙең алда йылмайып баҫып тора. Ул бөтә донъяға йылмайып ҡарап торған кеүек. Беҙ йәшәгән планетаға, ҡояшҡа, урмандарға, яландарға... "Ер шарын урап сыҡҡас планетабыҙҙың ни тиклем матур, күркәм булыуын күрҙем. Эй, кешеләр! Ошо матурлыҡты һаҡлағыҙ һәм яҡлағыҙ!" тип кешелеккә өндәшкән ул.