Уҡтан атыу йолаһы
Май 26, 2023
Просмотров: 79
Кескәйҙәрҙе милли спорт төрҙәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында оҫта уҡ атыусы Рахманғолов Ғәфүр Рафиҡ улын осрашыуға саҡырҙыҡ.Ул оҫта уҡ атыусы, ҡайҙа ниндәй генә ярыштар үтмәһен барыһында ла ихлас ҡатнашып,еңеүҙәр яулай. Тормош иптәше Сәлимә лә, ҡыҙҙары ла уҡтан атыу менән шөғөлләнәләр. Ул беҙҙең балаларға йәйәнән атыу буйынса мәғлүмәт бирҙе,оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Үҙенең шул тиклем матур итеп тегелгән башҡорт халҡының милли кейеме тураһында ла һөйләп, кескәйҙәргә аңлатып үтте. Мәргән уҡсыны балалар ҡыҙыҡһынып тыңланылар һәм уҡтан атып та ҡаранылар. Балаларға уҡтан атыу бик оҡшаны. Береһенән-береһе тырышып, сәмләнеп, дәртләнеп уҡ аттылар.