1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Туған телем – халҡымдың бай хазинаһы.

Туған телем – халҡымдың бай хазинаһы.

Декабрь 26, 2023 Просмотров: 581
21 декабрь Башҡорт теле көнөнә арнап үткәрелгән конкурстарға йомғаҡ яһалып, еңеүселәр бүләкләнде. Сара “Туған телем – халҡымдың бай хазинаһы” исеме аҫтында Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында үтте.Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән уҡытыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, балалар ҡатнашты. Положениеға ярашлы конкурста ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа көс һынашты.Халҡыбыҙҙың бай рухи мираҫын тәшкил иткән сәңгелдәк (бишек) йырҙары, оҙон көйҙәр, ауыҙ-тел ижады туған тел аша быуындан-быуынға тапшырыла килә. Унда 200-ҙән артыҡ кеше ҡатнашты, бигерәк тә Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ ҡалалары, Баймаҡ, Учалы, Көйөргәҙе райондары ҙур әүҙемлек күрһәтте.
Ҡотлауҙар башланғас, тәүҙә “Бишек йырҙары – халҡым мираҫы” номинацияһында еңгәндәр бүләкләнде. Конкурстың был төрөндә башлыса мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре ҡатнашты.
"Йондоҙло" балалар баҡсаһыла был саранан ситтә ҡалманы һәм призлы урындар алыуы менән һөйөндөрҙө.