Яугир һалдат менән осрашыу.
Февраль 21, 2024
Просмотров: 210
Яугир һалдат менән осрашыу.
Егет кеше өсөн изге бурыс ул-Тыуған илен, ерен һаҡлау. Хатта кәрәк булһа, ул үҙен аямай һәр нәмәгә әҙер булырға тейеш.Илебеҙ тыныслығы өсөн үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡан яугиребеҙ Сабаев Ринат Юлай улы менән осрашыу үткәрҙек.Ринат Юлай улы ошо кескәйҙәребеҙ йөрөгән "Йондоҙло" балалар баҡсаһына йөрөгән, ҡаланың 3-сө мәктәбендә белем алған. Осрашыу бик фәһемле булды. Осрашыу ваҡытында яугир балаларға хәрби хеҙмәттә йәшәү шарттары, хәрби бурыстары тураһында ентекләп һөйләне. Балалар төрлө һорауҙар бирҙеләр. Шиғырҙар ятлап, йыр йырланылар һәм иҫтәлеккә фото төштөләр. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәр береһе "Герой" тигән исемгә лайыҡ. Сөнки улар тыуған иле өсөн генә түгел һәр беребеҙ тыныслыҡта йәшәһен өсөн көрәшә.Тиҙерәк илдә тыныслыҡ урынлашып, барлыҡ егеттәребеҙ иҫан-һау ҡайтыуын теләйбеҙ. Ә бөгөнгө осрашыу геройыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, именлек теләп ҡалабыҙ.