1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Һалдат-моряк хәтирәләре"

"Һалдат-моряк хәтирәләре"

Февраль 23, 2024 Просмотров: 14
      "Йондоҙло" балалар баҡсаһының уртансы "Б" төркөмө тәрбиәләнеүселәре, етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған, "Һалдат-моряк хәтирәләре" тип аталған осрашыу үткәрҙе. Унда үҙебеҙҙең ҡунаҡ итеп, Аделина исемле тәрбиәләнеүсебеҙҙең ҡартатаһы Абдрахманов Фәрит Хөсәин улы саҡырылды.
Ул үҙенең моряк булып хеҙмәт иткән йылдары тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Балаларҙы иҫтәлекле хәрби кейеме менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе. 
3 йыл хеҙмәт иткән осоронда "Охотск", "Япония" диңгеҙҙәрендә,"Тымык" океанда булыуын һөйләне. 
Балаларға осрашыу ныҡ  оҡшаны. Бөтәһелә ҡәнәғәт ҡалды.