Урал батыр
Апрель 24, 2024
Просмотров: 30
«Урал батыр» эпосы башҡорт халҡының ғорурлығы, бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазинаһы. Ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Был эпос үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе менән тел, тәртип, әхлаҡ, үҙеңде тотоу, ижад йәһәтенән дә һәр яҡлап тәрбиәләй. Бөгөн "Айыуҡай" балалар баҡсаһында "Урал батыр"эпосын һөйләү буйынса район конкурсы үтте. Беҙҙең "Йондоҙло" балалар баҡсаһынан әҙерлек төркөмөнән Адигамова Алина һәм өлкәндәр төркөмөнән Тутманов Нурислам ҡатнашты.
Адигамова Алина 7 йәшлектәр араһында 125 юл һөйләп 2 урын, ә Тутманов Нурислам 6 йәшлек балалар араһында 100 юл һөйләп 3 урын яуланы.
Афарин!!! Яңынан -яңы уңыштар, еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.
Адигамова Алина 7 йәшлектәр араһында 125 юл һөйләп 2 урын, ә Тутманов Нурислам 6 йәшлек балалар араһында 100 юл һөйләп 3 урын яуланы.
Афарин!!! Яңынан -яңы уңыштар, еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.