Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө
Август 22, 2024
Просмотров: 50
Бөгөн Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Шул уңайҙан уртансы төркөм балалары менән был сара тураһында әңгәмә ойошторолдо. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡыҙыҡһынып әңгәмәлә ҡатнаштылар, Рәсәй флагының төҫтәре нимәне аңлатҡанын да белделәр: аҡ - тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, күк - тоғролоҡ һәм тотороҡлолоҡто, ҡыҙыл көс ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра икән. Дәрестән һуң күмәкләшеп фотоға төштөләр.