1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Ноябрь 2, 2024 Просмотров: 157
Илемдә татыу йәшәүгә
Әллә күпме йыл үтте.
Дуҫлыҡҡа төрөнөп йәшәү
Донъябыҙҙы үҙгәртте.

Урыҫмы ул, йә башҡортмо,
Бәлки сыуаш, йә удмурт,
Тағы йөҙҙән ашыу милләт
Йәшәйҙәр берҙәм булып.

Был ил – беҙҙең өсөн бер өй.
Йәшәйбеҙ янып – көйөп.
Йырлаһаҡ та, илаһаҡ та,
Йәшәйек беҙ бер булып.

Берҙәмлек – ул бөйөк тойғо,
Шундай ҡәҙерле беҙгә,
Шуға күрә беҙҙең дуҫлыҡ
Тағы нығынһын әйҙә.