Быуындан - быуынға
Декабрь 13, 2024
Просмотров: 272
#Башҡорттелекөнө2024
#башҡорттелендәһөйләшәм
#Ғаиләйылы
#детскийсадЗвездный
Телем! Ерем! Иң ҙур байлығыбыҙ,
Күсә килгән ата- бабанан!
Бала башын бутамайым тиеп
Хәл итмәйексе ҡабалан.
Түкмәй-сәсмәй еткерәйек уға
Бөйөклөгөн тыуған телемдең
Ҡош йырылай моңон, яғымлығын
Ғорурлығын тыуған еремдең.
Тыуған телен белмәй икән бала
Бушҡа йәшәлә бит ғүмерҙе
Киләсәккә мираҫ итеп
Һалайыҡ беҙ рухи күперҙе.
14 Декабрь- мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында быуындан- быуынға, быуаттан – быуатҡа күсә килгән традицияларҙы һаҡлау һәм киләһе быуындарға тапшырыу маҡсаты менән фәһемле һәм бик күңелле сара үткәрелде.
Сараның шарты буйынса өс быуын вәкилдәре ҡатнашты: өләсәй, әсәй, ейәнсәр һәм олатай, атай, ейәнсәр. Һәр бер ғаиләнең сығышы сағыу, йыр-моң менән биҙәлгән, башҡорт теләнә һөйөү менән һуғарылған ине. Шулай уҡ конкурсанттарҙы үҙ төркөмдәренең ата-әсәләре - көйәрмәндәре дәртләндереп, ҡул сабып, күңел рухтарын күтәреп ултырҙы.
Ошо сарала ҡатнашыусы ғаиләләргә рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уларға ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Балаларыбыҙ туған телдә һөйләшһә, телебеҙҙең киләсәге бар тигән һүҙ. Телгә һөйөү тәрбиәләүҙе ғаиләлә башлайыҡ, балалар баҡсаһында һәм мәктәптә дауам итәйек.