"Һомай-2025"
Март 4, 2025
Просмотров: 63
"Урал батыр мәктәбе" проекты сиктәрендә "Айыуҡай" балалар баҡсаһында беренсе тапҡыр "Һомай-2025" бәйгеһе үткәрелде. Бәйгелә аҡыллы, уңған, зирәк, һылыу ҡыҙҙар көс һынашты. Һәр ҡатнашыусы ҡыҙ үҙҙәре тураһында һөйләнеләр, йыр, бейеүгә һәләттәрен күрһәттеләр. Береһенән-береһе зифа буйлы ҡыҙҙар бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан Һомай кеүек уңған, рухлы икәндәрен бәйге барышында күрһәтә алдылар. Был бәйгелә беҙҙең "Йондоҙло" балалар баҡсаһынан саф башҡорт ҡыҙы, йыр-моңға ғашиҡ Йәрмөхәмәтова Самира ҡатнашты һәм үҙенең көсөн һынап, өсөнсө урынға лайыҡ булды. Афарин, Самира!