1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Яҙ миҙгеле

Яҙ миҙгеле

Март 10, 2025 Просмотров: 164
Бына һағынып көткән Яҙ миҙгеле лә килеп етте. Тышта яҙ тойғоһо, шундай матур саф һауа. Яҙ ҡояшы йылмая. Ҡыйыҡтан  тамсы тама. Бөгөн тышта көн йылы булғас, ҡар ҙа епшек кенә. Балалар менән саф һауала йөрөгәндә рәхәтләнеп ҡар бабайҙар яһаныҡ. Береһенән-береһе тырышып ҡар йомарландары йомарланылар. Бигерәк матур килеп сыҡты ҡар бабайҙарыбыҙ. Хатта айыу менән ҡуян да эшләп ҡуйҙылар.
Епшек ҡар  тышта, 
Эшкә тотондоҡ күмәк: 
Беҙ Ҡар бабай яһаныҡ,   
Епшек ҡарҙы тәгәрәтеп 
Әүәләнек ҡар бабай, 
Уны яһау ҡыйын түгел, 
Уны яһау яп-ябай. 
Өс йоморсаҡ етеп ҡуйҙы 
Кәүҙә менән башына, 
Танау итеп боҙ ҡуйҙыҡ, 
Ике күҙе – ике төймә, 
Тешһеҙ ауыҙ – сыбыҡтан 
Ә ҡулдары – таяҡтан.
Бына шундай матур
Беҙҙең ҡар бабайыбыҙ
#МәктәпкәәҙерлекБтөркөмө
#детскийсадЗвездный