1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Огород на подоконнике

Огород на подоконнике

Март 17, 2025 Просмотров: 150
#детскийсадзвездный
#өлкәндәрБтөркөмө
#миниОгородыНаПодоконнике
#төркөмдәрҙәМиниБаҡсалар
Өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре яҙ килеүен һағынып көтөп алдылар. Улар балалар баҡсаһында барған "Төркөмдәрҙә мини баҡсалар" аҙналығына актив ҡушылып киттеләр. Атай-әсәйҙәр ҙә ситтә тороп ҡалманылар,  төрлө-төрлө сәскә орлоҡтары, тупраҡ алып килеп бирҙеләр. 
Балаларҙа бәләкәйҙән хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында, сәскәләр ултыртыу кескәйҙәр менән бергәлектә алып барылды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар тупраҡты йомшартып, орлоҡтарға урын әҙерләп, шунда һалып сыҡтылар. Эштең был этабы тамамланғас тупраҡҡа һыуҙа һибеп ҡуйҙылар. Эш барышы балаларға ныҡ оҡшаны, улар бар күңелен биреп был эшкә "сумдылар". Сәскәләр үҫеп сығасаҡ һауыттар тәҙрә төптәренә, ҡояш төшкән урынға ултыртылды. Хәҙер инде ҡыҙҙар, малайҙар сәскә үҫентеләренең сығыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ҡаласаҡтар.  Был мәл тиҙерәк етһен өсөн уларға һыу һибеп тороу ойошторолдо. 
Балалар һәм атай-әсәйҙәр ярҙамында башҡарылған эштең һөҙөмтәһе менән дә тиҙҙән уртаҡлашырбыҙ. Йәмле йәй етеүгә беҙҙең уйын майҙансығы шау сәскәгә күмелеүен көтөп ҡалабыҙ.