1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Милли кейем көнө

Милли кейем көнө

Апрель 18, 2025 Просмотров: 329
18 апрелдә Республика халыҡтарының милли кейем көнө билдәләнә. 
Милли кейем көнөн билдәләү – ул Башҡортостандағы күп төрлө милләт халыҡтары араһында берҙәмлекте, татыулыҡты  нығытыуға. бәйле. 
Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙер­ле ҡомартҡыһы, уның эске булмышы­ның, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы. Борондан милли кейем нәҫел­дән-нәҫелгә күскән оло байлыҡ, ҡәҙерле ҡомартҡы. Улар әле лә үҙҙәренең матур­лығы, сағыулығы менән күҙҙең яуын алып тора.

Һәр халыҡтың үҙенә хас 
Бар милли һыҙаттары, 
Бар уларҙың ғөрөф- ғәҙәт, 
Милли аш, мираҫтары. 
 
Милли мираҫ иң тәүенән 
Кейемдәргә төрөнгән, 
Һәр милләткә лә тәғәйен 
Кейеме бар кейенгән. 
 
Милли кейем – халыҡтарҙың 
Рухи билдәләнеше, 
Боронғоноң һәм хәҙерҙең 
Өҙөлмәҫ бәйләнеше. 
 
Милли кейемдәребеҙгә 
Бысраҡтар яғылмаһын, 
Һаҡланһын да, яҡланһын да, 
Хаҡһыҙҙар ҡағылмаһын. 
Фәүзиә Ҡотлогилдина 
#учусьвнациональномкостюме
#милликейемдәуҡыйбыҙ
#МиллиКейемКөнө2025
#ДеньНациональногоКостюма2025
#МәктәпкәәҙерлекБтөркөмө
#детскийсадЗвездный