«Урал батыр»
Апрель 25, 2025
Просмотров: 73
#детскийсадЗвездный
#УралБатырЭпосы
24 апрель "Айыуҡай" балалар баҡсаһында "Урал батыр" бәйгеһенең район этабы үтте. Ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл күбәйә барыуы ҡыуандырҙы. Саф башҡортса "шартлатып" һөйләп торған балалар - беҙҙең киләсәкте дауам итеүселәр, телдең бөтмәүенә сәбәпселәр икәненә инандыҡ.Кескәй генә бәләкәстәрҙең сығышы күңелгә наҙ, ҡолаҡҡа моң булып ағылды.Эпосты башҡарып инценировкала ҡатнашҡан балалар, айырым иғтибарға лайыҡ булдылар. Ҡарап ултырыусылар был тамашаны, алҡыштарға күмеп ҡабул иттеләр.
"Йондоҙло" балалар баҡсаһынан "Урал батыр" эпосын яттан һөйләуселәрҙән 4-5 йәштәр араһында Ильясова Амаль, 4 йәш ( 40 юл ятланы) һәм II дәрәжә маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.Етәксеһе: Мөхәмәтшина Резеда Салауат ҡыҙы.Шул уҡ йәштәгеләр араһында Ишбирҙина Нурания, 5йәш (56юл)III урын,етәксеһе Айгөл Рәүил ҡыҙы Килдеғошева һәм 6-7йәштәге башҡарыусылар араһынан Юнысова Нәркәс, 6 йәш
(100 юл) III урынға, етәксеһе Әүәлбаева Көнһылыу Ғәҡиф ҡыҙы, лайыҡ булдылар.
Рухлы балаларҙы тәрбиәләүҙә атай-әсәйҙәрҙең роле бик ҙур, уларға ла айырым рәхмәт һүҙҙәре әйтеп китеү урынлы булыр.
Ҡыҙҙарға артабан да уңышлыҡтар, тағы ла юғары, сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ.