1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Бөйөк Еңеүгә 80 йыл

Бөйөк Еңеүгә 80 йыл

Май 8, 2025 Просмотров: 330
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа илһөйәрлек,  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халыҡтарҙың ҡаһарманлығына ғорурлыҡ, яҡты, матур тормошобоҙ өсөн ветерандарға оло рәхмәт тойғоһо тәрбиәләү - тәрбиәселәрҙең төп бурыстарының береһе булып тора.
Еңеү! Дүрт кенә хәрефтән торған ошо һүҙҙә күпме оло мәғәнә, күпме һағыш-борсоу, күпме шатлыҡ һәм бәхет, күпме әсе күҙ йәштәре, бар кешелек ғүмере, бөтә тормош асылы... Ниндәй ҙур юғалтыуҙар һәм тетрәнеүҙәр менән яуланған ул беҙҙең Бөйөк Еңеүебеҙ. Ҡәҙерле олатайҙарыбыҙ, ҡартатайҙарыбыҙ ғәзиз ғүмерҙәре менән 80 йыл беҙ тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәйбеҙ, миллионлаған ҡорбандар аша яулап алынған ошо тыныслыҡтың, еңеү хаҡының ҡәҙерен белһәк ине, онотмаһаҡ ине. Тыуған еребеҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын, зәңгәр күгебеҙҙә һәр көн көләс ҡояш көлһөн.
#БөйөкЕңеүгә80йыл
#Еңеүкөнө
#детскийсадЗвездный
#МәктәпкәсәәҙерлекБтөркөмө