1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Сығарылыш 2025

Сығарылыш 2025

Июнь 2, 2025 Просмотров: 119
#Сығарылыш2025
#ЙондоҙлоБалаларбаҡсаһы
#УралБатырэпосы
 29 май көнө Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһында сығарылыш байрамы үтте. 
Зал матур итеп биҙәлгән, күңелле көйҙәр яңғырай, балалар ғына түгел ата- әсәләр ҙә бик тулҡынланып байрам башланғанын көтә.Һәм бына улар, 2025 йылдың башҡорт сығарылыш төркөмө- береһенән - береһе матур, береһенән- береһе батыр 28 бала залға сығып теҙелде. Бик матур йырҙар, рухлы бейеүҙәр һәм баласаҡтың тәүге вальсы байрамдың биҙәге булды. Башҡорт халҡының Урал батыр эпосына нигеҙләнеп төҙөлгән сценарий балаларға, ата- әсәләргә һәм ҡунаҡтарға ла бик оҡшаны.