"УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫ КӨНӨ МЕНӘН!
Июнь 8, 2025
Просмотров: 522
"УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫ КӨНӨ МЕНӘН, ХӨРМӘТЛЕ ДУҪТАР!
️Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 30 майҙағы указы менән бөгөн, 8 июндә, республикала «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә.
️«Урал батыр» – беҙҙең халҡыбыҙҙың асылы һәм йөрәге. Мәшһүр эпос көнө мәҙәни йолаларыбыҙҙың мөһим өлөшөнә әүереләсәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
"УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫ КӨНӨ МЕНӘН!
Рухлы балалар тәрбиәләү маҡсатында, мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында йыл һайын район кимәлендә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү бәйгеһе үткәрелеп тора.
Быйыл "Йондоҙло" балалар баҡсаһынан "Урал батыр" эпосын яттан һөйләуселәрҙән 4-5 йәштәр араһында Ильясова Амаль, 4 йәш (40 юл ятланы) II дәрәжә маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Етәксеһе: Мөхәмәтшина Резеда Салауат ҡыҙы. Шул уҡ йәштәгеләр араһында Ишбирҙина Нурания, 5йәш (56юл) III урын, етәксеһе Айгөл Рәүил ҡыҙы Килдеғошева һәм 6-7йәштәге башҡарыусылар араһынан Юнысова Нәркәс, 6 йәш
(100 юл) III урынға, етәксеһе Әүәлбаева Көнһылыу Ғәҡиф ҡыҙы, лайыҡ булдылар.
#Уралбатырэпосыкөнө
#Йондоҙлобалаларбаҡсаһы