ЙӘЙ

Июнь 11, 2025 Просмотров: 491
#детскийсадЗвездный #лето2025 #өлкәндәрБтөркөмө #подготовительнаяБгруппа ЙӘЙ Ерҙә ысыҡ ялт-йолт килә, Хәс тә көмөш һибелгән. Алмағас алмалар элеп, Башҡайын түбән эйгән. Сәскәләр ысыҡ эсәләр, Хуш еҫтәрен бөркөтөп. Бал ҡорттары һут эсәләр Осоп килеп бер көтөү. Их, йәйҙең матур саҡтары, Һис уйнап туйып булмай. Ниңә икән ҡыш булмайса, Йәй генә булып тормай. (М.Хисмәтуллина) Йәй - ул балаларҙың һағынып көтөп алған йыл миҙгелдәренең береһе. Көндәр йылы, ҡояш ҡыҙҙыра, тәбиғәт шау сәскәгә күмелә. Ошо мәлде иҫтәлеккә ҡалдырыу маҡсатында балалар менән аппликация эше башҡарылды. Төрлө үлән, сәскәләр, япраҡтар ҡулланып, рамкалағы йәбешкәк лентаға улар йәбештереп ҡуйылды. Үҙҙәренең фантазияларын ҡулланып эшләнгән һүрәттәр бигерәк тә үҙенсәлекле килеп сыҡты.