Рәсәй көнө
Июнь 12, 2025
Просмотров: 543
#детскийСадЗвездный
#старшаяГруппаБ
#деньРоссии2025
12 июндә күп милләтле илебеҙ үҙенең төп байрамын – Рәсәй көнөн билдәләй. Ул Рәсәй Федерацияһының байрам һәм иҫтәлекле көндәре араһында хаҡлы рәүештә иң әһәмиәтле урынды алып тора. Был байрам Ватанын яратҡан, Рәсәйҙең азатлығы, бөйөклөгө һәм именлеге быуаттарҙан килгән дөйөм халыҡ берҙәмлеге традицияларын ҡәҙерләп һаҡлаған барлыҡ кешеләр өсөн дә ҡәҙерле.
"Йондоҙло" балалар баҡсаһының өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре лә был көндө матур ҡаршы алды. Улар Рәсәй көнө айҡанлы мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы ҡул эштәрен башҡарҙылар. Бергәләшеп төҫлө ҡағыҙҙар ярҙамында Рәсәй флагын эшләп, ҡағыҙ битенә елберләп торған төҫлө итеп йәбештереп ҡуйҙылар. Шулай уҡ, футболкаларының алғы яғына, аҙыҡ пленкаһы эсенә йәшерелгән дәүләт флагын, ҡыҙыу үтек ярҙамында йәбешетереп сыҡтыҡ. Флагты балалар үҙ ҡулдары менән эшләһә, үтек менән эште улар ситтән күҙәттеләр һәм шул уҡ ваҡытта тәрбиәселәр тарафынан хәүефһеҙлек саралары тураһында ла мәғлүмәт тыңлап торҙолар.
Беҙҙең дәүләт флагы - ул берҙәмлек символы. Дәүләт флагы беҙҙе һәр саҡ алға, еңеүгә этәреүсе, Рәсәй данын яҡлаусы булып тора икәненә тағын бер ҡат инандыҡ.
Байрам менән!!!