1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 22 август – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө

22 август – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө

Август 23, 2025 Просмотров: 310
#ДеньГосударственногоФлагаРФ
#РәсәйФедерацияһыныңДәүләтФлагыКөнө
#детскийсадЗвездный

22 август – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө. 
 
Флаг – Рәсәй Федерацияһының дәүләт символикаларының береһе. Ул өс тигеҙ ҙурлыҡтағы горизонталь буйҙарҙан торған тура мөйөшлө туҡыманан ғибәрәт. Буйҙарҙың өҫтәгеһе – аҡ, уртансыһы – күк һәм аҫтағыһы – ҡыҙыл төҫтә. Ул төҫтәренә бик күп символик мәғәнә бирелә,  рәсми рәүештә аңлатма юҡ.  Күбеһенсә ошолай аңлатыла: аҡ төҫ – юғары намыҫлылыҡ һәм асыҡлыҡ, күге – тоғролоҡ, тел тейҙермәҫлек булыу һәм сафлыҡ, ҡыҙылы – ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ, киң күңеллелек һәм мөхәббәт.