Көҙ байрамы
Октябрь 31, 2025
Просмотров: 62
#Осень
#Көҙбайрамы
#детскийсадЗвездный
Балалар баҡсаһында «Көҙ» байрамы балаларҙың яратҡан сараларының береһе булып тора.
Уртансылар төркөмөндә "Алма тултырылған тоҡ" тигән сара үтте.
Был көндө уларҙы күп кенә сюрприздар көтә ине! Балаларға Ҡуян, Ҡарға, Айыу, Терпе, Төлкө һәм дә Көҙһылыу ҡунаҡҡа килде. Улар үҙҙәре менән бергә күңел асырға күңелле уйындар алып килгәйне.
Балалар ихлас күңелдән уйнаны, сағыу япраҡтар менән бейене, көҙ һәм көҙгө уңыш тураһында йырҙар йырланы, Ҡуянға кишер ҙә йыйырға ярҙам иттеләр. Көҙһылыу бар балаларҙы ла урмандан алып килгән тәмлекәстәре менән һыйланы.
Байрам иҫ киткес матур һәм күңелле үтте. Балаларҙың сағыу кейемдәре, ихлас йылмайыуҙары һәм янып торған күҙҙәре байрамыбыҙҙың өҫтәмә биҙәге булды.
Музыка етәксеһе Рәзилә Рәхимйән ҡыҙына һәм дә байрамды биҙәүсе геройҙарыбыҙға матур байрам өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!