1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Башҡорт теле көнө

Башҡорт теле көнө

Декабрь 15, 2025 Просмотров: 137
#БашҡортТелеКөнө2025
#ДеньБашкирскогоЯзыка2025
#ДетскийсадЗвездный
#мәктәпкәӘҙерлекБтөркөмө
#Аҡмулла
Башҡорт теле көнө уңайынан, мәктәпкә әҙерлек төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән "Мәңге йәшә башҡорт теле" исемле тематик дәрес үткәрелде. Балалар менән сылтырап аҡҡан шишмә тауышына тиң башҡорт телебеҙ һәм телде һаҡлап ҡалыуға ҙур көс һалыусы батырҙар, яҙыусылар тураһында әңгәмә үткәрҙек. Уларҙың фотоһүрәттәрен ҡарап,батырлыҡтарына, ижадтарына байҡау яһаныҡ. Күмәкләшеп рәхәтләнеп үҙ телебеҙҙә мәҡәлдәр, шиғырҙар ятланыҡ. 
Киләсәктә телебеҙ йәшәһен өсөн, үҙ телебеҙҙә иркен һөйләшергә, аралашырға тигән һығымтаға килдек.