1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Иғтибар - көтөп алынған баҫма!

Иғтибар - көтөп алынған баҫма!

Октябрь 6, 2021 Просмотров: 56
Балалар баҡсалары тәрбиәселәре, логопедтар һәм ата-әсәйҙәр өсөн шатлыҡлы яңылыҡ: Э. Ғ. Ҡасимова һәм Д. Р. Баклееваларҙың "Балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү альбомы" донъя күрҙе.
Уҡыу баҫмаһында бәләкәстәр өсөн телде өйрәнеү, әйтелештәге хаталарҙы төҙәтеүгә ярҙам булып, башҡорт алфавитындағы һәр өнгә сағыу, матур, йәнле һүрәттәр бирелгән. Уларға мауыҡҡан баланың өндәрҙе бар тулылығында әйтергә теләге уяныуында шик юҡ.

Баҫма башҡорт телендә һөйләшкән, телмәр тайпылыштары булған балаларҙың телмәр үҫешен тикшереү өсөн уҡыу йорттары һәм медицина учреждениелары логопедтарына һәм педагогик уҡыу йорттары студенттарына тәғәйенләнә.